Хәүефһеҙлек
25 Сентябрь 2021, 09:00

Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында өй шартлаған

Бөгөн иртә менән Туймазы районының Айғыртамаҡ ауылында йәшәүсе бәләгә тарыған

Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында өй шартлағанҺаҡһыҙлыҡ арҡаһында өй шартлаған
Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында өй шартлаған

Бөгөн иртә менән Туймазы районының Айғыртамаҡ ауылында йәшәүсе бәләгә тарыған: газ шартлауы арҡаһында өйҙәре янып киткән, ә хужа кеше иһә реанимацияға эләккән. Сәбәбе - йорт хужаһы үҙаллы газ үткәргес торбала ҡырҡыу эштәре башҡарған. Һөҙөмтәлә, шыйыҡса бүлмәлә йыйылып, шартлау барлыҡҡа килгән һәм өйҙө тотош емергән. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итәләр.
Ярай әле, бәхеткә, һәләк булыусылар юҡ. 58 йәшлек йорт хужаһы ныҡ ҡына зыян күргән, уны ауыр хәлдә район дауаханаһына һалғандар.
Газ менән эш иткәндә һаҡлыҡ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мотлаҡ кәрәк икәнлеген иҫтән сығарырға ярамай. Ниндәйҙер эш башҡарырға кәрәк икән, иң яҡшыһы - белгескә мөрәжәғәт итеү.


Фото:видеонан скриншот.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас