

Архангел районының Уҫаҡлы һәм Ҡурғаш ауылдары араһында бал һатып торған оло йәштәге Нәжип Солтанбәковтың юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Һуңғы тапҡыр уны 21 сентябрҙә Өфө - Белорет юлында күргәндәр ине. Уның Renault Logan машинаһы ла юҡҡа сыҡҡайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәбәр ҡыуаныслы түгел.
Автомобиль Өфөлә табыла. Уны бер ир "алыпһатар"ҙан һатып ала, ә уға Архангелдән 63 йәшлек таксист тәҡдим итә.
Эске эштәр министрлығының республика буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, был бәндә бал һатыусының аҡсаһына һәм машинаһына ҡыҙыға. Үҙенең 15-се "ВАЗ" моделе иҫкергән була. Ҡанһыҙ әҙәм, бал менән ҡыҙыҡһынған булып, оло юл буйында торған һатыусы янына бара һәм уның ғүмерен ҡыя. Аҙаҡ кәүҙәһен ситкә алып китеп күмә. Ә Солтанбәковтың машинаһын 90 мең һумға һата.
Тентеү барышында был ирҙә бал менән тулы 30-лаған банка һәм 90 мең һум аҡса табылған. Ул үҙенең ғәйебен таныған һәм енәйәт урынын күрһәткән.
Тәфтишселәр енәйәтте тикшерә, ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған, уның артабанғы яҙмышы хәл ителә.
Юлда яңғыҙ йөрөгәндә һаҡ булығыҙ. Насар уйлы әҙәмдәр осрап тора.
Фото: kp.ru