

Бишбүләк районында йәшәгән ҡатынды үҙ кухняһында ҙур бәлә көткән.
Был бәхетһеҙ ваҡиға сентябрҙең 18-е теркәлгәйне: 80 йәшлек оло ҡатындың аш-һыу әҙерләгән саҡта ныҡ бешкәне тураһында яҙып сыҡҡайнылар.
Хужабикә ул көндө, плитәһенең алғы конфоркаһын тоҡандырғас, кәстрүлде алырға тип алға табан ынтылған саҡта ут уның кейеменә тоҡана. Ире менән утты тиҙ генә һүндерәләр-һүндереүен, әммә ҡатындың тәне ныҡ бешеп өлгөрә. Уны тәүҙә район дауаханаһына һалалар, аҙаҡ Өфөләге республика бешеү үҙәгенә килтерәләр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауалау ыңғай һөҙөмтә бирмәгән - 27 сентябрҙә ҡатын вафат булып ҡуя.
Фото:Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.