Хәүефһеҙлек
30 Сентябрь 2021, 15:45

“Атайсал” ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә

Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Ҡыйышҡы ауылында тыуып үҫкән Әлфир Насировтан бағыусылыҡ ярҙамы килде.

“Атайсал” ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә“Атайсал” ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә
“Атайсал” ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә

Был юлы Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Ҡыйышҡы ауылында тыуып үҫкән Әлфир Насировтан бағыусылыҡ ярҙамы килде. Ул – “Дозор” һаҡ агентлығы етәксеһе.

Бөгөн Әлфир Әҡсән улы урындағы хакимиәткә 180 автономиялы янғын иҫкәрткес тапшырҙы. Улар яңы ҡыйышҡыларға тапшырыласаҡ. Быға тиклем республика иҫәбенә янғын иҫкәрткестәр оло йәштәге яңғыҙҙар, күп балалы ғаиләләр, 55 йәштән өлкәндәр йәшәгән йорттарға ҡуйылған.

Ике ғаилә ҡорамалды алған да инде. Уларҙы янғынға ҡаршы хеҙмәт инструкторы Фәйез Мәсәғүтов шунда уҡ ҡуйған. Был саралар яныу менән бәйле төрлө аяныслы хәлдәрҙе, фажиғәләрҙе иҫкәртер тип ышанабыҙ. Һәр осраҡта ла барыбыҙға ла ут, электр ҡорамалдары менән һаҡ булырға кәрәк. Берҙәм көс менән генә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе еңеп, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып була.

Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас