Хәүефһеҙлек
1 Октябрь 2021, 09:25

“Ҡыҙҙар үлтереүсенең кем икәнен белгән!”

Айгизәнең атаһы әле ҡыҙын ерләр өсөн Себерҙән ҡайтып килә... 

“Ҡыҙҙар үлтереүсенең кем икәнен белгән!”“Ҡыҙҙар үлтереүсенең кем икәнен белгән!”
“Ҡыҙҙар үлтереүсенең кем икәнен белгән!”

Кисә Башҡортостандан студент ҡыҙҙарҙың Ырымбур өлкәһендәге бәләкәй генә Гай ҡалаһында вәхшиҙәрсә үлтерелеүе бар илде тетрәндергәйне. 17-19 йәшлек ҡыҙҙарҙы кем һәләк иткәне әле һаман асыҡланмаған. Ҙур ҡайғы кисергән ата-әсәләр үҙҙәренең уйҙары менән уртаҡлаша. 18 йәшлек Айгизәнең атаһы Рәүеф менән “Комсомольская правда” баҫмаһы хәбәрселәре һөйләшкән.

Ир был ҡот осҡос хәбәрҙән әле һаман айный алмай. Ул ҡыҙының үлтерелеүе тураһындағы яңылыҡты Себерҙә вахтала эштә булған сағында ишеткән. Әлеге ваҡытта ашығыс рәүештә ҡайтып килә. Бөгөн Өфөгә килеп етә, аҙаҡ ҡыҙының кәүҙәһен алып ҡайтыу һәм ерләү өсөн ҡатыны һәм балалары янына юлланасаҡ.

– Ҡыҙҙар менән нимә булғанын башыма ла килтерә алмайым. Айгизә һәм уның әхирәттәре тырышып уҡый, урындағы егеттәр менән аралашмай ине. Күршеләр араһында эскеселәр, төрмәлә ултырғандар, һуғышҡан кешеләр бар тип әйткәне лә булманы. Кемдер йәберләй йәки бәйләнә тигәне лә юҡ ине. Йома көндө ул ҡунаҡҡа өйгә ҡайтырға тейеш ине, ныҡ һағындым тигәйне... – ти ир.

Ҡыҙҙарҙы ағалы-ҡустылы Әнүәр менән Илнар үлтергән тигән фаразға ла ышанмай атай кеше. Тәүҙә тап шул егеттәр шик аҫтында ине, аҙаҡ был фекер инҡар ителде. Улар енәйәт ҡылынған ваҡытта Өфөлә булған. Илнар иһә Айгизәнең артынан йөрөгән тиҙәр. 

– Илнарҙы ғаиләбеҙ яҡшы белә, ул беҙҙә шик тыуҙырмай. Арыу егет. Урындағы эскеселәр ингәндер тип тә уйламайым. Таныш берәйһелер, моғайын. Беренсенән, үлтереүсе эҙҙәрен юйырға тырышҡан, фатирға ут төрткән. Икенсенән, күршеләре ул төндә бер тауыш та ишетмәгән, тимәк, ҡыҙҙар уны белгән. Тәфтишселәр әлегә өндәшмәй, шуға аныҡ ҡына бер нимә лә әйтә алмайым, – тигән Рәүеф.

Ғаилә ҡыҙҙарын иртәгә, 2 октябрҙә ерләргә планлаштыра. Әлегә уларҙы тикшерәләр, экспертизанан һуң Башҡортостанға алып ҡайтырға ла кәрәк. Ә енәйәтсене эҙләү дауам итә.

Фото: "КП-Өфө". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас