Хәүефһеҙлек
2 Октябрь 2021, 06:00

"Беҙ өйләнергә йыйына инек..."

Ырымбурҙа ҡыҙҙарҙы үлтереүҙә шик аҫтына алынған егеттәр ниҙәр хаҡында һөйләне? 

"Беҙ өйләнергә йыйына инек...""Беҙ өйләнергә йыйына инек..."
"Беҙ өйләнергә йыйына инек..."

Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында булған ҡот осҡос енәйәт һаман башҡа һыймай. Яҙыуыбыҙса, 30 сентябргә ҡарай төндә унда өс студент ҡыҙ үлтерелә. Енәйәтсе икәүһенә фатирҙа бысаҡ ҡаҙай, өсөнсөһөн урамда ҡыуып тотоп, шулай уҡ башына етә. Үҙенең эҙен йәшерер өсөн фатирға ут төртә.

Һәләк булған 17-19 йәшлек ҡыҙҙар - Башҡортостандан. Уларҙың икәүһе Баймаҡ районында йәшәгән, береһе Күгәрсендән булған. Ҡыҙҙар урындағы колледжда шәфҡәт туташына уҡып йөрөгән.

Был енәйәт тураһында билдәле булғас та, шик ҡыҙҙарҙың береһе менән осрашҡан Илнар һәм уның ҡустыһы Әнүәргә төшә. Уларҙың фотолары социаль селтәрҙәрҙә баҫылды. Ә бер аҙ һуңыраҡ асыҡланыуынса, егеттәр енәйәт ваҡытында Өфөлә булған. Фажиғә тураһында улар таныштарынан ишеткән.

Егеттәрҙең береһе “Комсомольская правда” баҫмаһы хәбәрсеһенә был хәл тураһында ентекләберәк һөйләгән. Кесаҙна таң менән уны танышы шылтыратып уята һәм ҡот осҡос енәйәттә ғәйепләнеүе тураһында әйтә. Тәүҙә ул бер нәмә лә аңламай, хатта шаярталар тип уйлай. Тик Әнүәрҙең подъезға сығыуы була, уны спецназ ҡулға ала.

Артынан ағаһы Илнарҙы ла тоталар. Егеттәрҙән ике сәғәт буйы тәүҙә Өфөлә һорау алалар. Аҙаҡ Ырымбурға алып китәләр. Унда егеттәр киске унға барып етә. Бында ла төнө буйы уларҙан һорау алалар.

"Йөрөгән ҡыҙымды үлтереүҙәре тураһында танышымдан белдем. Шок хәлендә булдыҡ, паникаға бирелдек. Уртаҡ таныштарға шылтырата башланыҡ, шаярыу ғыналыр тип өмөтләндек, – ти Илнар. – Беҙ өйләнергә йыйына инек. Мин уны уҡып бөткәс Өфөгә үҙемдең янға алып килергә уйлай инем. Ике йыл уҡырға ҡалғайны...

Улар енәйәт ваҡытында ысынлап та Өфөлә булған. Быны дәлилләр өсөн шул төндә бергә төшкән фотоларын күрһәткәндәр.

Әле енәйәт эшен тикшереү дауам итә. Уны өлкәнең иң яҡшы тәфтишселәре үткәрә, Рәсәй Тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкин шәхси контроленә алған.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас