Хәүефһеҙлек
2 Октябрь 2021, 08:00

Үлтерелгән ҡыҙҙарҙың кәүҙәһен тыуған яғына алып ҡайттылар...

"Был ваҡытта ата-әсә менән психологтар эшләне..."

Үлтерелгән ҡыҙҙарҙың кәүҙәһен тыуған яғына алып ҡайттылар...Үлтерелгән ҡыҙҙарҙың кәүҙәһен тыуған яғына алып ҡайттылар...
Үлтерелгән ҡыҙҙарҙың кәүҙәһен тыуған яғына алып ҡайттылар...

30 сентябрь төнөндә Ырымбурҙа Башҡортостан ҡыҙҙары вәхшиҙәрсә үлтерелде. Мәғлүм булыуынса, уларҙың икәүһе - Баймаҡ, береһе Күгәрсен районынан.

17-19 йәшлек ҡыҙҙарҙың фажиғәһе инде нисәнсе көн халыҡты тетрәнеү хәлендә тота. Йәштәр Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһындағы медицина колледжында уҡыған.

Ошоға тиклем мәйеттәргә суд-медицина тикшеренеүҙәре үткәрелде. Һәм бына бөгөн билдәле булыуынса, ҡыҙҙарҙың кәүҙәләрен ата-әсәләренә биргәндәр. Был турала Инстаграмдағы сәхифәһендә Ырымбур өлкәһендәге Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил Анжелика Линькова хәбәр итте.

"Үлтерелгән ҡыҙҙарҙың кәүҙәләрен бөгөн туғандары алды. Был процедура ваҡытында улар менән психологтар эшләне", – тип яҙҙы ул.

Ике ҡыҙыҡай Баймаҡтан, тигәйнек. Уларҙың ата-әсәһе менән бергә был райондың хакимиәт башлығы ла килгән, гел яндарында булған.

Бөгөн ҡыҙҙарҙы тыуған ауылдарында ерләрҙәр тип көтөлә. Ауыр тупраҡтары еңел, йәндәре йәннәттә булһын!.. Ата-әсәләренең әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҙур ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас