Хәүефһеҙлек
3 Октябрь 2021, 16:00

Александр Лазарев ҡулға алынды

Өс студент ҡыҙҙы үлтереүҙә шик аҫтына алынған ир Орск ҡалаһында тотолған. "Урал56.Ру" каналы хәбәр итеүенсә...

Александр Лазарев ҡулға алындыАлександр Лазарев ҡулға алынды
Александр Лазарев ҡулға алынды

Хәбәр итеүебеҙсә, 29 йәшлек Александр Лазарев Гай ҡалаһында өс ҡыҙҙы үлтереүҙә шик аҫтына алынғайны.

Ул быға тиклем дә хөкөм ителгән булған: Орск ҡалаһында “Әфлисун” бары етәксеһен үлтергән.

Әле өс студент ҡыҙҙы һәләк итеүҙә шик аҫтына алынған ир Орск ҡалаһының 38-се мәктәбе янында полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алынған. Был хаҡта "Урал56.Ру" каналы хәбәр итә. А. Лазаревты тотоу өсөн хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәренә ҡорал ҡулланырға тура килгән. Ул белем усағы янындағы автомобилде урларға йыйынған булған.

Әйтеүҙәренсә, был район - Александр Лазаревтың бала сағы үткән урын.

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас