Хәүефһеҙлек
3 Октябрь 2021, 13:00

Амурҙы тапҡандар...

Хәйбулла районы егетенең туғандары һәм яҡындары иң аҙаҡҡа тиклем яҡшы хәбәргә өмөтләнгән, тик...

Амурҙы тапҡандар...Амурҙы тапҡандар...
Амурҙы тапҡандар...

Бынан өс ай элек Хәйбулла районында йәшәгән 29 йәшлек Амур Кинйәбаев ғәйеп булғайны. 19 июндән уны “Лиза Алерт” ирекмәндәре эҙләй башланы. Туғандары һәм яҡындары иң аҙаҡҡа тиклем яҡшы хәбәргә өмөтләнде... 

Әммә бөгөн бик ауыр яңылыҡ билдәле булды: Новочеркаск ҡалаһында уның кәүҙәһе табылған. Мәйет Локомотив тимер юл станцияһы янындағы күпер аҫтында бурьян араһында ятҡан. Боҙола ла башлаған.

"Миңә полициянан шылтыраттылар һәм, Амурҙы үле килеш тапҡандар, тип әйттеләр. Фажиғә булған урында улымдың кәүҙәһе юҡ ине, тик әйберҙәрен генә күрҙем", – тигән күҙ йәштәре менән һөйләгән егеттең әсәһе Дилә ханым Rostov.ru баҫмаһына.

Белгестәр Амурҙың кәүҙәһен телефоны әүҙемлеге буйынса ғына таба алған. Тик бының өсөн бик күп ваҡыт кәрәк булған.

Яҡындары белдереүенсә, Амур оҙаҡ ваҡыт, хәрби билеты булмауы сәбәпле, эш таба алмаған. Һөҙөмтәлә ул медицина комиссияһы үтергә йыйынған. Сираттағы тапҡыр табипҡа барыр алдынан ағаһына йөрөп киләм тип әйтеп сыҡҡан да бөтөнләйгә ғәйеп булған.

Әле уның кәүҙәһенә суд-медицина экспертизаһы үткәрелгән. “Комсомольская правда” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул үҙенә ҡул һалған.

Фото: donday-novocherkassk.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас