Хәүефһеҙлек
3 Октябрь 2021, 12:00

Әгәр бурысҡа батмаған булһа...

"Тәненең 30 проценты бешкән. Ә өйөнөң стеналары ғына һерәйеп ҡалған. Шартлау заңы ун саҡрымдарға тиклем ишетелгән..."

Әгәр бурысҡа батмаған булһа...Әгәр бурысҡа батмаған булһа...
Әгәр бурысҡа батмаған булһа...

Туймазы районының Әгертамаҡ ауылында йәшәгән 58 йәшлек ир 25 сентябрҙә өйөндә газ шартлау сәбәпле ауыр йәрәхәттәр алып, урындағы дауаханаға эләккәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмерен һаҡлап ҡала алмағандар.

Бөгөн билдәле булыуынса, ул дауаханала вафат булған.

Бәлә тураһында алдан яҙылғайны инде: өй хужаһы өҙөлгән газды үҙаллы тоташтырмаҡ булып, торбаны ҡырҡыу эштәре башҡара. Был һаҡһыҙлығы эстә газ йыйылыуға килтерә һәм, шартлап, йортҡа ла, үҙенә лә ҙур зыян һала.

"Йорт хужаһы газ яғыулығы өсөн түләмәгән, бурыстары йыйылған, шунлыҡтан уны хеҙмәтләндереү килешеүе өҙөлгән булған. Тәртипһеҙ тормош алып барған кеше түгел үҙе, шулай ҙа ошондай көнгә төшкән. Тәүҙә әйтеүҙәренсә, уның тәненең 30 проценты бешкән. Ярай әле, иҫән. Ә өйөнөң стеналары ғына һерәйеп ҡалған. Шартлау заңы ун саҡрымдарға тиклем ишетелгән тиҙәр..." - тип һөйләгәйне тәүге көндә ауыл биләмәһе башлығы Фәрит Шаһиев.

Шартлауҙан һуң, 25 сентябрҙә, Рәмилде Туймазы үҙәк район дауаханаһына һалалар. Тик табиптар, күп көс һалыуға ҡарамаҫтан, уны ҡотҡара алмаған, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 2 октябрҙә ир вафат булған.

Көндәлек тормошта зәңгәр яғыулыҡ менән ҡулланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, төҙөклөгөн тикшертеп торорға, үҙаллы йүнәтеп маташмаҫҡа икәнлеген, ваҡытында иҫәпләшергә кәрәклеген онотмаҫҡа кәңәш итә газ хеҙмәткәрҙәре.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас