

Ниһайәт, алыҫ Төркиәлә бәләгә тарыған яҡташыбыҙ Әлиә Миллерҙың яҙмышында яҡшы үҙгәрештәр башланған. Ҡатын социаль селтәрҙәрҙә шуны хәбәр итте: ул ҡайтып килә.
Был тарихты хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Сентябрь башында Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 27 йәшлек Әлиә ире һәм ике балаһы менән Төркиәләге Анталияға ял итергә бара. Әммә ҡайтырға ике көн ҡалды тигәндә уны уғрылыҡта ғәйепләйҙәр: имеш, ресепшендан аҡсалы кеше янсығын урлағанын дәлилләгән видеояҙма бар. Тикшереү барғансы уға илдән сығыу тыйыла. Ғаилә үҙ аҡсаһына ҡуртымға фатир алып йәшәргә мәжбүр була. Страховка буйынса ул адвокат яллай алмай, ауыр хәлдә ҡалалар.
Шул уҡ ваҡытта Әлиә үҙен ғәйепле түгел, был енәйәтте ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәре башҡарған тип бара.
Был хәл тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белеп ҡала һәм уға ярҙам итергә була.
“Ниһайәт, мин яҡшы яңылыҡтар менән. Әле ҡайтып барам. Радий Фәрит улы Хәбировҡа ҙур рәхмәт белдерәм, ул миңә ярҙам итте һәм республика вәкиллеге мәсьәләне яйға һалды. Бер нәмә лә минән торманы, теләһә ниндәй ҡарар булыуы бар ине, шөкөр, республика ярҙамға килде, мине өйгә ҡайтарыу өсөн барыһын да эшләне. Әлбиттә, әле проблема аҙағына тиклем хәл ителеп бөтмәне, тик видеояҙмалар бар, улар ғәйепһеҙлегемде дәлилләй. Шуға күрә минһеҙ хәл итерҙәр тип ышанам”, – тип яҙҙы ул.
Фото: "Башинформ".