Хәүефһеҙлек
3 Октябрь 2021, 08:00

Тапатҡан да ҡасҡан

40–45 йәштәрҙәге ике ир “Ашығыс ярҙам” килгәнсе йән биргән...

Тапатҡан да ҡасҡанТапатҡан да ҡасҡан
Тапатҡан да ҡасҡан

Бөгөн иртәнсәк Бишбүләк районы үҙәгендә фажиғәле авария булған.

Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Константин Иванов урамында ”Лада Приора” автомобиле ике кешене тапатып үтеп, юл ситенә ауған. Аварияла алған йәрәхәттәрҙән 40–45 йәштәрҙәге ике ир “Ашығыс ярҙам” килгәнсе үк йән биргән.

Водитель ваҡиға урынынан ҡасҡан. Уның кем булыуы билдәһеҙ, әле эҙләйҙәр. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.

Мәғлүм булыуынса, ял көндәрендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эскән килеш рулгә ултырған, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған водителдәрҙе асыҡлап, аварияларҙы мөмкин тиклем кәметеүгә булышлыҡ итеү маҡсатында көсәйтелгән режимда эшләй. Үткән тәүлектә улар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған 1900-ҙән ашыу осраҡты асыҡлаған, шулай уҡ эскән килеш рулгә ултырған 59 водителде тотҡан.

Юлдарығыҙ имен булһын тиһәгеҙ, ҡағиҙәләрҙе боҙмағыҙ!

Фото: Башҡортостан ЮХХДИ идаралығы.  

#гибддреспубликибашкортостан#пропагандагибддрб#госавтоинспекция

Тапатҡан да ҡасҡан
Тапатҡан да ҡасҡан
Тапатҡан да ҡасҡан
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас