Хәүефһеҙлек
4 Октябрь 2021, 10:00

Бер юлы – дүрт ҡорбан

Бөгөн Әлшәй районында булған ҡурҡыныс авария кеше ғүмерҙәрен алып китте. 

Бер юлы – дүрт ҡорбанБер юлы – дүрт ҡорбан
Бер юлы – дүрт ҡорбан

Бөгөн, 4 октябрҙә Әлшәй районында ҡот осҡос авария теркәлде. Унда бер юлы дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө.

ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һәләкәт Раевка – Ташлы юлының 7-се километрында булған. Бында “ВАЗ-2114” менән “Рено Логан” ҡапма-ҡаршы бәрелешкән. Тәүге машина рулендә 40 йәшлек Әлшәй районы кешеһе булған, “Рено”ға 63 йәшлек ир идара иткән.

Бәрелеш бик көслө булған. Һөҙөмтә үтә аяныслы: “ВАЗ”дың водителе һәм уның 48 йәшлек пассажиры “Ашығыс ярҙам” машинаһы килеп еткәнсе йән биргән. Шулай уҡ икенсе машинанан 79 һәм 68 йәшлек пассажир ҡатындар һәләк булған. Бер кеше йәрәхәтләнгән, тик дауаханаға барыуҙан баш тартҡан.

Урында әлеге ваҡытта полиция, табиптар, ҡотҡарыусылар һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй, яуаплы кешеләр авария сәбәптәрен асыҡлай.

Фото: ЮХХДИ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас