Хәүефһеҙлек
5 Октябрь 2021, 07:00

Иғтибар! Бөтәһенә лә иғтибар!

“Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ил халҡына мөрәжәғәт итә һәм тыныслыҡ һаҡлауҙы һорай. Тауыш сигналдары биреү һәм телеэфирҙы алмаштырыу планға ярашлы башҡарылған ғәмәл”, – тип иҫкәртә министрлыҡ.

Иғтибар! Бөтәһенә лә иғтибар!Иғтибар! Бөтәһенә лә иғтибар!
Иғтибар! Бөтәһенә лә иғтибар!

Иртәгә, 6 октябрҙә илдең бөтә төбәктәрендә лә халыҡты иҫкәртеү системаһы тикшереләсәк. Башҡортостанда “Бөтәгеҙгә лә иғтибар!” сигналы урындағы ваҡыт буйынса 10.40 сәғәттә яңғыраясаҡ. Был ваҡытта электр сиреналары һәм тауышты көсәйткестәр көслө тауыш бирәсәк.

Бынан тыш ошо ваҡыт арауығында “Россия 1”, “Россия 24”, “Беренсе канал”, “БЮТ”, “Спутник ФМ”, “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” теле һәм радиоканалдарҙа бер минут самаһы телдән хәбәр тапшырыласаҡ.

“Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ил халҡына мөрәжәғәт итә һәм тыныслыҡ һаҡлауҙы һорай. Тауыш сигналдары биреү һәм телеэфирҙы алмаштырыу планға ярашлы башҡарылған ғәмәл”, – тип иҫкәртә министрлыҡ.

Быйыл ошондай уҡ тикшереүҙәр 3 мартта үткәрелгәйне.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас