Хәүефһеҙлек
5 Октябрь 2021, 08:19

Ирекмәндәрҙең ярҙамы ҙур

Госкомитет РБ по ЧСГоскомитет РБ по ЧС
Фото: Госкомитет РБ по ЧС

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов үткәргән матбуғат конференцияһы һуңғы осорҙағы үткер темаға – янғында кешеләр һәләк булыуы осраҡтарын кәметеү мәсьәләһенә арналды һәм беҙ гәзиттең сайтында был турала ҡыҫҡаса хәбәр иткәйнек инде.

Сарала шулай уҡ Баш­ҡортос­тан­дың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров менән Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлы­ғының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе­нең беренсе урынба­ҫары Эдуард Иҙ­рисов та ҡатнашты.

Сығыштарҙан күренеүенсә, йыл башынан республикала 8701 янғын осрағы теркәлгән, уларҙа 186 кеше һәләк булған, шуларҙың ун икеһе – балалар. Янғындар һаны үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда дүрт процентҡа аҙыраҡ, әммә утта һәләк булғандар һаны 17,7 процентҡа артҡан. Был статистика артында – янғын хәүефһеҙлеген күҙәтмәү арҡаһында һәләк бул­ғандарҙың ата-әсәләренең, яҡын­дарының әсе күҙ йәштәре.

Был үлемесле фажиғәләрҙең төп сәбәптәре өсәү: иҫерек килеш тәмәке тартҡанда йоҡлап китеү, электр ҡорамал­дарын хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәмәү, мейес яҡҡанда һаҡсыллыҡ талаптарын күҙәтмәү.

– Һыуыҡтар башланғас та был йүнәлештә иғтибарҙы көсәйтә төшөү талап ителә, – ти Ирек Сәғитов. – Бүлмәләрҙе йылытыу маҡсатында электр тәьминәтенә эш арта, мейестең, газ һәм электр йылытҡыстарының төҙөк булмауы ла хәүеф тыуҙыра.

– Янғындың төп сәбәптәре – ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу, айырыуса иҫерек килеш тәмәке тартып йоҡлап киткәндәр йыш ут сығара, – тип хәбәр итте Эдуард Иҙрисов.

Матбуғат конференцияһында ҡатна­шыусы­лар янғында һәләк булған кешенең социаль портретын да асыҡланы: ул – ауылда йәшәгән, иҫерткес эсемлектәр ҡулланырға яратҡан һәм уттың хәүефле булыуын һанға һуҡма­ған пенсионер. Быйыл янғын эсенән 1063 кеше ҡотҡарып ҡалынған. Был уҙған йылдағы осорҙан 941 кешегә күберәк.

Янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү – һәр кемдең бурысы. Һүнмәгән тәмәке төпсөк­тәрен теләһә ҡайҙа ырғытмағыҙ! Бүлмә эсендә тарт­мағыҙ! Электр ҡорамалдарын ҡулланғанда һәм мейес яҡҡанда тәүҙә был эштең хәүефһеҙ булыуына инанығыҙ! Матбуғат конфе­ренцияһында шундай саҡырыуҙар яңғыраны. Ирек Хәйервәри улы әйтеүенсә, урман янғындарын һүнде­реүҙә ирекмәндәр ҙур ярҙам күрһәткән, уларҙың һаны һәм ярҙам көсө киләсәктә тағы ла артыр тип өмөт итәйек.

Янғын иҫкәрткестәре тура­һында айырым һөйләшеү булды. Фәрит Ғүмәров хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты “Янғын иҫкәрткесен – һәр йортҡа, һәр фатирға!” тигән акцияны башла­ған. Был приборҙар һуңғы биш йылда республикала 648 кешене, шул иҫәптән 249 сабыйҙы үҙ ваҡытында ҡотҡарып ҡалырға ярҙам иткән. Автономлы янғын иҫкәрткестәре менән түбәндәге төр граждандар тәьмин ителә:

– социаль яҡтан хәүефле ғаиләләр;

– бала тыуған ғаиләләр (2018 йылдың 1 ғинуарынан);

– яңғыҙ йәшәгән 55 йәштән өлкән граждандар;

– “Ветерандар тураһында”ғы Федераль закондың 2-се статья­һының 1-се пунктында күрһә­телгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары;

– “Ветерандар тураһында”ғы Федераль закондың 4-се статья­һының 1-се пунктында күрһә­телгән Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары;

– Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙең, мәрхүм булған инвалидтың ғаилә ағзалары;

– фашистар, уларҙың союз­даштары Бөйөк Ватан һуғышы осоронда булдырған концлагерь, гетто, мәжбүр итеп тотолған баш­ҡа урындарҙың элекке тот­ҡондары;

– 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған һәм ете йәше тулмаған балалы ғаиләләр.

 

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Читайте нас