Хәүефһеҙлек
5 Октября 2021, 12:00

Ҡыҙҙарҙы үлтереүсе ир ғәйебен таныған

Лазарев әйтеүенсә, уның ҡыҙҙарҙы үлтереү өсөн сәбәбе булмаған, тик ҡайһы саҡта ул уйламаған ғәмәлдәр башҡара ала. Шулай уҡ ҡыҙҙар менән осраҡлы танышыуы тураһында әйткән...

Ҡыҙҙарҙы үлтереүсе ир ғәйебен танығанҠыҙҙарҙы үлтереүсе ир ғәйебен таныған
Ҡыҙҙарҙы үлтереүсе ир ғәйебен таныған

Үткән аҙнала Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында вәхшиләрсә өс студент ҡыҙ үлтерелгәйне. 17-19 йәшлек кенә ҡыҙҙарҙың Башҡортостандан булыуҙары беҙҙең республика халҡын айырыуса тетрәндерҙе. Бер юлы өс кешенең ғүмерен ҡыйған енәйәтсене бер нисә көн таба алманылар һәм 3 октябрҙә, ниһайәт, уның ҡулға алыныуы билдәле булғайны.

Ул – 30 йәшлек Гай ҡалаһы кешеһе Александр Лазарев. Ир ике ай самаһы элек кенә төрмәнән сыҡҡан, унда ул кеше үлтергәне өсөн ултырған. Уның ҡатыны һәм балаһы булыуы билдәле, Лазарев та ҡыҙҙар ҡуртымға фатир алып йәшәгән Йәштәр урамында торған.

Уны кеше автомобилен урларға тырышҡан саҡта ҡулға алғайнылар. Бөгөн “ТАСС” агентлығы уның ғәйебен таныуы тураһында хәбәр итә.

“Унан шик аҫтындағы кешенән булараҡ һорау алғандар. Лазарев үҙенең яҡлаусыһы янында ғәйебен таныған һәм үкенгән, ваҡиға буйынса үҙен ғәйепләгән күрһәтмәләр биргән. Ул өс ҡыҙҙы үлтереүҙә ғәйепләнә”, – тип үҙ сығанағына таянып “ТАСС” агентлығы хәбәр итә.

Ир ғәйебен таныған тик енәйәтте нисек башҡарғанын хәтерләмәй. Уның был ваҡытта наркотик матдәләр тәьҫире аҫтында булыуы ихтимал тигән фараз да бар. Лазарев әйтеүенсә, уның ҡыҙҙарҙы үлтереү өсөн сәбәбе булмаған, тик ҡайһы саҡта ул уйламаған ғәмәлдәр башҡара ала. Шулай уҡ ул ҡыҙҙар менән осраҡлы танышыуы тураһында әйткән һәм, имеш, улар үҙҙәре уны фатирҙарына саҡырған.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, өс ҡыҙҙы үлтереүҙә ғәйепләнгән Александр Лазаревты әле ике айға һаҡ аҫтына алғандар. Уның ғәйебе тулыһынса дәлилләнгән осраҡта кәмендә 20 йылдан башлап, ғүмерлек төрмәлә ултырыуға тиклемге срок янай.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас