

Өфөнән элекке уҡытыусы Анна Ивановна өс аҙна инде Төркиәләге госпиталдә дауалана. Ҡатын ҡыҙы Ольга менән Бодрумға ял итергә килгән һәм отпускыһының икенсе көнөндә ауыр йәрәхәттәр менән реанимацияға эләккән. Ғаиләнең яҡындары “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, элекке уҡытыусы автомобиль тәгәрмәсе аҫтына ҡалған.
“Уны руль артында иҫерек водитель ултырған автомобиль бәрҙергән. Анна Ивановна бик ауыр хәлдә ине, ике операция кисерҙе, тотош уң яғы, башы, эске органдары, бигерәк тә бауыры менән аяҡ тубығы зыян күргән. Оҙайлы реабилитациялау талап ителә”, - тип хәбәр иткәндәр мәғлүмәт агентлығына.
Әлеге ваҡытта Анна Ивановнаның сит илдә дауаланыуы 70 мең долларға төшкән. Медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатын тағы ике ай Төркиәлә табиптар күҙәтеүе аҫтына булыр тип күҙаллай. Ҡатындың ҡыҙы Ольга әсәһе менән бергә палатала йәшәй.
Ольганың дуҫтары һәм яҡындары был хәлгә битараф ҡалмағандарҙан ярҙам итеүҙе һорай.
Фото: социаль селтәрҙән.