Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Октябрь , 17:45

Камералар арта – һәләкәттәр кәмей

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк биләмәһе аша үткән федераль трассаларҙа өҫтәмә рәүештә 100 берәмек камера ҡуйып сығырға ҡушҡайны...

Камералар арта – һәләкәттәр кәмей

Р-240 "Өфө – Ырымбур" федераль автотрассаһының Башҡортостан биләмәһенә ингән урындарында юл фажиғәләре, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, ике тапҡырға тиерлек кәмегән, был фотоға һәм видеоға төшөрөүсе камералар ҡуйылыуына бәйле, тип хәбәр итә республика буйынса ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Шул уҡ ваҡытта ауыр эҙемтәле автомобиль аварияларында һәләк булыусыларҙың артыуы билдәләнгән. Ил әһәмиәтендәге ҙур магистралдәрҙә асфальт ныҡ яҡшырған һәм шуға ла машина йөрөтөүселәр йыш ҡына тиҙлекте рөхсәт ителгән кимәлдән үткәреп ебәрә икән. Бындай хәлдә камераларҙы күбәйтеүҙе берҙән-бер дөрөҫ сара тип иҫәпләй белгестәр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк биләмәһе аша үткән дөйөм файҙаланыуҙағы федераль трассаларҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын теркәү өсөн өҫтәмә рәүештә 100 берәмек камера ҡуйып сығырға ҡушҡайны. "Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты тығыҙ булғанлыҡтан фото һәм видео төшөрөү комплекстарын авария хәүефе бөтөрөлгән урындарҙан күсереп элеү хаҡында ҡарар ҡабул ителде", – ти "Башҡортостандың Транспорт дирекцияһы" дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе Мансаф Низәкәев.

Бөгөнгә барлыҡ 100 камера ла урынлаштырылып бөткән. Күҙәтеү һәм теркәү ҡорамалдары Р-240 "Өфө – Ырымбур" трассаһында 40-тан ашыу берәмеккә артҡан, М-7 "Волга"ла 20-гә күбәйгән, Өфөнө көнбайыштан урап үткән юлда һәм М-5 "Урал" магистралендә лә өҫтәлгән. Электр сымдары барып етмәгән ерҙәрҙә камераларҙы эшләтеү һәм юлды яҡтыртыу өсөн ел генераторҙары, аккумуляторҙар файҙаланыла.

Камераларҙың ҡайҙа тороуын белеү өсөн көнүҙәк мәғлүмәтте Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге сайттарында табырға мөмкин.

 

Фото: ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Даян Мазитов