Хәүефһеҙлек
7 Октябрь 2021, 08:15

Указға йәнә үҙгәреш индерелде

Коронавирус таралыу хәүефенә бәйле ниндәй үҙгәрештәр ғәмәлгә индерелә?

Указға йәнә үҙгәреш индерелдеУказға йәнә үҙгәреш индерелде
Указға йәнә үҙгәреш индерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив штаб ултырышы йомғаҡтары буйынса коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Указдың яңы редакцияһына ярашлы, музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға, сауҙа үҙәктәренә, матурлыҡ, косметология, СПА, массаж салондарына, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес клубтарына, бассейндарға, дөйөм туҡланыу ойошмаларына, ҡала-ара автобустарына, “Орлан” ҡала яны поезына коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыу тураһындағы сертификаты йәки алты ай эсендә ковид менән сирләү тураһындағы белешмә ҡағыҙы, шулай уҡ 27 октябргә тиклем ПЦР алымы менән коронавирусты лаборатор тикшереүҙең кире һөҙөмтәһе хаҡындағы белешмә ҡағыҙы булғандар ғына индерелә.

Ә 27 октябрҙән ковидҡа ҡаршы вакцина яһатыу тураһындағы сертификаты йәки алты ай эсендә ковид менән сирләү тураһындағы белешмә ҡағыҙы булғандар ғына ошондай учреждениеларға индерелә һәм ҡала-ара транспортында йөрөй ала. Кире ПЦР-тест тураһындағы белешмә ҡағыҙҙары ҡулланылмаясаҡ.

Оператив штаб ултырышында ҡатнашыусылар, республика халҡы вакцина яһатып, тейешле сертификат алып өлгөрһөн өсөн, яңы норманы ғәмәлгә индереү ваҡытын оҙайтты.

 

Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146166.html

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146166.html

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас