Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Октябрь , 22:30

Бөгөн дә спектаклдә уйнарға тейеш булған...

Милли йәштәр театры актерына 37 генә йәш булған. Мәрхүмдең ҡатыны һәм улы ҡалған.

Бөгөн дә спектаклдә уйнарға тейеш булған...

Өфөлә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында актер Евгений Лопатин үлгән. Уның кәүҙәһен иртән гримеркала тапҡандар. Был турала “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.

“Ул Милли йәштәр театрында 2011 йылдан алып эшләне, күп спектаклдәрҙә уйнай ине. Бөгөн дә “Капитан ҡыҙы”нда Швабрин ролен башҡарырға тейеш ине. Бик һәйбәт актер булды, үтә йәл”, – ти уның коллегалары.

Актерға ни бары 37 йәш булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, үлеменең сәбәбе йөрөк өйәнәге булыуы ихтимал. Уның ҡатыны һәм улы ҡалған.

Мәрхүмдең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева