Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Октябрь , 19:00

Битлек кейҙеңме? Рейдтар дауам итә

Тикшереү барышында бөтә пассажирҙарҙан битлек кейеүҙе үтенделәр. Шуныһы ғәжәп...

Битлек кейҙеңме? Рейдтар дауам итә

“Йәмәғәт транспортында битлек кейеү тәртибенең мотлаҡ үтәлешен тәьмин итергә” тигән күрһәтмә биргәйне республика Башлығы Радий Хәбиров профилле министрлыҡҡа.

Бөгөн Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Транспорт һәм элемтә идаралығы, ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт транспортында пассажирҙар һәм уларҙы ташыусылар тарафынан төбәк Башлығының коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибен ғәмәлгә индереү тураһындағы Указы талаптарын үтәүҙе тикшереү буйынса рейд ойошторҙо.

Баш ҡаланың Октябрь проспектында бер нисә тиҫтә автобус, троллейбус һәм маршрут таксийы тикшерелде. Рейдтың маҡсаты – тәртип боҙоусыларға штраф һалыу түгел, ә профилактика саралары тураһында хәтергә төшөрөү. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре эпидемиологик хәл ҡатмарлашҡан осорҙа кеше күп йыйылған урындарҙа, шул иҫәптән йәмәғәт транспортында, таксиҙа, туҡталҡаларҙа, ҡала яны поездарында гигиена битлектәрен кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә.

Рейд барышында бөтә пассажирҙарҙан битлек кейеүҙе үтенделәр. Шуныһы ғәжәп, барыһының да тиерлек битлеге йә кеҫәһендә, йә сумкаһында булып сыҡты, тик ниңәлер уны кейергә теләмәйҙәр. “Пассажирҙарҙың күпселегендә шәхси һаҡлыҡ сараһы бар, ләкин уны ҡулланмайҙар. Йәмәғәт транспортында кеше күп, унда ауырыуҙы йоҡтороу хәүефе айырыуса юғары”, – тине Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының транспорт өлкәһендә контроль секторы мөдире Максим Имаев.

Октябрь башынан Башҡортостанда эпидемиологик хәлдең насарайыуы күҙәтелә. Шуға ла йәмәғәт транспортында битлек кейеү тәртибен боҙғандарға ҡарата ҡәтғи сара күреләсәк. “Тәртип боҙғандарға штраф һалып, протокол төҙөйәсәкбеҙ”, – тине министрлыҡ вәкиле.

Әйткәндәй, битлек режимын боҙғандарға, водителме йәки пассажирмы, тәүге тапҡыр тотолһа, бер-өс мең һум, икенсе тапҡыр 15 – 30 мең һум штраф һалына. Мәғлүм булыуынса, мотлаҡ битлек кейеү тәртибе Башҡортостандағы бөтә төр йәмәғәт транспортында 2020 йылдың 18 мартында ғәмәлгә индерелгәйне. Былтыр 20 апрелдән быйыл 8 октябргә тиклем 295 тикшереү сараһы уҙғарылды. Һөҙөмтәлә етешһеҙлектәр тураһында 147 административ протокол төҙөлдө.

Рейдтар артабан да дауам итә.

Фото: bashkortostan.ru/presscenter/news/400427/

Сығанаҡ: bashkortostan.ru/presscenter/news/400427/

 

Битлек кейҙеңме? Рейдтар дауам итә
Автор:Лилия Давлетбакова