

Федоровка районының Айтуған-Дурасов ауылында “Искра” йәмғиәтендә көслө янғын булған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 7 октябрҙә 22.11 сәғәттә янғын тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына ут һүндереүгә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының көстәре һәм Тәнәй ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһы сыға.
Мәғлүм булыуынса, 30х12 метр ҙурлығындағы таҡта һарай янған. Зыян күргән кешеләр юҡ, 240 баш һыйыр малы һәм 23 быҙау ҡотҡарылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һөҙөмтәһендә 20 быҙау һәләк булған.
Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Фото: @mchsrb.