Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Октябрь , 21:35

Ырымбурҙа ялған араҡы ҡорбандары 30 кешегә еткән...

Ырымбур өлкәһенең беҙҙең республикаға сиктәш булыуын иҫәпкә алып, был йәһәттән һаҡланыу сараһы күререгә кәрәктер.

Ырымбурҙа ялған араҡы ҡорбандары 30 кешегә еткән...

Ырымбур өлкәһендә 6–7 октябрҙә ялған араҡы эсеп үлеүселәр тураһында мәғлүмәт килә башлаған. Бөгөнгә 29 кеше һәләк булыуы, ә 24-е дауаханала ятыуы тураһында билдәле. Әле Орск ҡалаһында сауҙа-һатып алыу базаһы биләмәһендә урынлашҡан келәттән алкоголь һатҡан алты кеше ҡулға алынған. Шулай уҡ унда 0,5 литр күләмле 1279 шешә спиртлы эсемлек тартып алынған.    

Мәғлүм булыуынса, 6 октябрҙән 7 октябргә тиклем Домбаров районынан – биш, Ясненский ҡала округынан дүрт кеше һәләк булған. Уларға 36 – 73 йәш булған. Аҙаҡ иһә үлеүселәр һәм зыян күреүселәр һаны күпкә арта. Әле вафат булғандар дүрт район кешеләре.

Рәсәй Тәфтиш комитеты өс статья буйынса енәйәт эше асҡан. Тәфтиш комитетының үҙәк аппараты был эште тикшереү барышын контролгә алған.

Ырымбур өлкәһенең беҙҙең республикаға сиктәш булыуын иҫәпкә алып, һаҡланыу сараһы күререгә кәрәктер.

Фото: © Следственный комитет РФ/ТАСС.

Автор:Рәмилә Мусина