Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Октябрь 2021, 20:30

Радий Хәбиров ҡайғы уртаҡлашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Татарстанда булған авиаһәләкәт ҡорбандарының ғаиләләренең һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

Радий Хәбиров ҡайғы уртаҡлашты
Радий Хәбиров ҡайғы уртаҡлашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Татарстандың Миңзәлә районында булған авиаһәләкәт ҡорбандарының ғаиләләренең һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов исеменә ебәрелгән телеграммала былай тиелә: "Беҙҙең республикала йәшәүсе кешеләрҙең дә ғүмерен ҡыйған фажиғә тураһында хәбәрҙән Башҡортостан тетрәнде. Йөрәктәребеҙҙе телеп үткәндәй тәьҫир итте ул.

Һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына сабырлыҡ, ныҡлыҡ һәм рухи көс теләйбеҙ. Уларға беҙҙең ҡайғы уртаҡлашыуыбыҙҙы һәм таяныс белдереүебеҙҙе еткерһәгеҙ ине.

Ҡазаланғандарға тиҙерәк һауығыуҙарын теләйем".

 

Фото: glavarb.ru

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас: