Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Октябрь , 22:30

Самолетта республиканан дүрт кеше булған...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Татарстан буйынса Баш идаралығында “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны булдырылған: 8 (843) 288-45-63.

Самолетта республиканан дүрт кеше булған...

Бөгөн иртән Татарстанда еңел моторлы “L-410” самолетының Минзәлә ҡалаһынан алты саҡрым алыҫлыҡта ҡолауы һөҙөмтәһендә 22 кешенең (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса 23 кеше тип әйтелә) 16-ыһы һәләк булыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, асыҡланған мәғлүмәттәр буйынса самолет бортында Башҡортостандан дүрт кеше булыуы билдәле, уларҙың икәүһе һәләк булған, ә икәүһе - дауаханала.

“Комсомольская правда” (https://www.ufa.kp.ru/online/news/4471938/) хәбәр итеүенсә, Өфөнән билдәле бизнес-коуч Динар Дәүләтгәрәев, Башҡортостан “Офис-төркөм” Конгресс-бюроһының элекке етәксеһе Павел Музыченко һәләк булған. Ә Вадим Фәхретдинов менән Башҡортостан парашют спорты федерацияһы ағзаһы Дмитрий Дербышев дауаханала.

Шулай уҡ самолет бортында Мари Иле Республикаһынан, Ульяновск өлкәһенән, Удмуртия Республикаһынан, Киров өлкәһенән, Силәбе өлкәһенән кешеләр булған, ә туғыҙы Татарстандан тип белдерәләр (иҫкәртәбеҙ: һандарҙың үҙгәреүе лә ихтимал). 

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Татарстан буйынса Баш идаралығында “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны булдырылған: 8 (843) 288-45-63.  

Минзәләлә һәләк булғандарҙың кәүҙәһен туғандарына 11 октябрҙә Саллыла бирә башлаясаҡтар, тип хәбәр итә "Татар информ" мәғлүмәт агентлығы.

Фото: https://www.tatar-inform.ru/photo/pod-menzelinskom-razbilsya-legkomotornyi-samolet-s-parasyutistami-5820604

Самолетта республиканан дүрт кеше булған...
Автор:Рәмилә Мусина