Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Октябрь 2021, 15:45

Татарстанда һәләк булғандар араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар...

Ваҡиға урынынан килгән һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, самолетта бөтәһе 23 кеше булған һәм уларҙың 16-һының ғүмере өҙөлгән 

Татарстанда һәләк булғандар араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар...
Татарстанда һәләк булғандар араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар...

Бөгөн  Татарстанда еңел моторлы “L-410” самолеты Минзәлә ҡалаһынан алты саҡрым алыҫлыҡта ҡолауы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Татарстан буйынса Баш идаралығына был фажиғә тураһында мәғлүмәт 9:23 сәғәттә килгән.

 Рәсәй үҙәк матбуғат саралары тәүҙә фажиғәлә 19 кеше һәләк булған тип хәбәр итә ине, әммә был һандар раҫланманы. Ваҡиға урынынан килгән һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, самолетта бөтәһе 23 кеше булған һәм уларҙың 16-һының ғүмере өҙөлгән, тип хәбәр итәләр. Парашютсылар исемлегендәге дүрт кеше Башҡортостандан, уларҙың икәүһе һәләк булған.

“Татар-информ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, иртәгә – 11 октябрь Татарстанда матәм көнө тип иғлан ителә, Татарстан Президенты Рөстәм Минниханов Минзәлә ҡалаһындағы штаб ултырышында шул хаҡта белдергән.

 Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Татарстан буйынса Баш идаралығында “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны булдырылған: 8 (843) 288-46-53.

Самолет ҡолауы буйынса “Һауа судноһын ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Әлеге ваҡытҡа ҡарата фажиғә урынында ҡотҡарыу эштәре тамамланған, унда 47 ҡотҡарыусы һәм 15 техника йәлеп иткәндәр.

Чехияла етештерелгән “L-410” самолеты 1987 йылдан файҙаланылған, тәүҙә СССР армияһында, һуңынан һаҡламға оҙатылған, ә аҙаҡ ДОСААФ-ҡа тапшырылған.

Яҡынса фажиғә сәбәптәре билдәле.

– 70 метр бейеклектә пилоттар һул яҡтан двигателдең ватылыуы тураһында хәбәр итә һәм мәжбүри ултырыуҙы һорай. Күреүебеҙсә, осош оҙаҡ булмаған, – тип белдерә Татарстан Президентының матбуғат хеҙмәте.

Фото: https://vk.com/tatarinform?z=photo-26433195_457301243%2Falbum-26433195_00%2Frev

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: