

Бөгөн Татарстанда еңел моторлы “L-410” самолеты радарҙан юғалған. Бер аҙҙан уның Минзәлә ҡалаһы эргәһендә ҡолауы хаҡында билдәле була.
"РЕН ТВ" телеканалы хәбәр итеүенсә, самолет урындағы аэроклубҡа ҡараған. Бортында 22 пассажир, шул иҫәптән 20 парашютсы һәм ике экипаж ағзаһы булыуы хаҡында билдәле.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, самолет Минзәлә ҡалаһынан алты саҡрым алыҫлыҡта ҡолаған. Һөҙөмтәлә 19 кеше һәләк булған, өсәүһе йәрәхәттәр алған.
Һәләк булғандарҙың туғандарының, яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Фото: https://smotrim.ru/article/2624395