Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Октябрь 2021, 16:30

Ырымбурҙа ялған араҡы эсеп үлгәндәр һаны артты...

Республиканан күршеләргә ярҙамға дүрт белгес оҙатылды – штаттан тыш токсиколог Гүзәл Биктимирова, токсиколог Мәрйәм Шәрипова, реаниматологтар Евгений Сырчин һәм Сергей Клявлин.

Ырымбурҙа ялған араҡы эсеп үлгәндәр һаны артты...
Ырымбурҙа ялған араҡы эсеп үлгәндәр һаны артты...

Ырымбур өлкәһендә ялған араҡы ҡорбандары арта, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса һәләк булғандар һаны 32-гә еткән, ә 25-е стационарҙа ҡала. Әле бары һигеҙ кешене аяҡҡа баҫтырыуға өлгәшкәндәр.

Республиканан күршеләргә ярҙамға дүрт белгес оҙатылды – штаттан тыш токсиколог Гүзәл Биктимирова, токсиколог Мәрйәм Шәрипова, реаниматологтар Евгений Сырчин һәм Сергей Клявлин.

Башҡортостан табиптары белдереүенсә, Ырымбур медицина хеҙмәткәрҙәре дауалауҙы дөрөҫ алып бара һәм мөмкин булған барлыҡ сараларҙы күрә.

– Хәл ғәҙәттәгесә түгел, бик ауыр. Диагноз тиҙ ҡуйылған, был ҙур диагностика, интеллектуаль хеҙмәт. Беҙ бер нисә дауаханала ятҡан ауыр хәлдәге пациенттарҙы ҡараныҡ. Һәр ауырыуҙың хәле Орскиҙа, Яңы Троицкиҙа эшләгән табиптар менән бергә ҡаралды, – тип белдерҙе штаттан тыш токсиколог Гүзәл Биктимирова.

Әлеге ваҡытта ҙур күләмдә метанол эскән урындағы халыҡ ғүмере өсөн көрәш бара. Ҡайһы бер пациенттарға бер нисә сәғәт эсендә инде өс тапҡыр гемодиализ үткәргәндәр. Ауырыуҙарҙың бер өлөшө үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған.

Алдан яҙып китеүебеҙсә, Ырымбур өлкәһендә 6–7 октябрҙә ялған араҡы эсеп үлеүселәр тураһында мәғлүмәт бер-бер артлы килә башлай. Вафат булғандар дүрт районда йәшәгән кешеләр. 

Орск ҡалаһында сауҙа-һатып алыу базаһы биләмәһендә урынлашҡан келәттән алкоголь һатҡан кешеләр ҡулға алынған. Шулай уҡ унда 0,5 литр күләмле 1279 шешә спиртлы эсемлек тартып алынған. 

Рәсәй Тәфтиш комитеты өс статья буйынса енәйәт эше асҡан. Тәфтиш комитетының үҙәк аппараты был эште тикшереү барышын контролдә тота.

Ырымбур өлкәһенең беҙҙең Башҡортостанға сиктәш булыуы республика халҡына ошо ялған араҡының килеп эләгеүе хәүефе тыуҙыра. Һаҡ булығыҙ!

 Фото: https://www.bashinform.ru/news/1656669-dlya-spaseniya-otravivshikhsya-alkogolem-v-orenburgskoy-oblasti-pribyli-toksikologi-iz-bashkirii/

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: