Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Октябрь 2021, 19:30

Техник спиртты Өфөләге фирманан да алғандар...

Ялған араҡы ҡорбандары 34-кә етте.

Техник спиртты Өфөләге фирманан да алғандар...
Техник спиртты Өфөләге фирманан да алғандар...

Ырымбурҙа 6 октябрҙән бөгөнгә тиклем суррогат араҡы эсеп ағыуланған 34 кешенең ғүмере өҙөлдө, әле күптәре дауаханала ауыр хәлдә ҡала.

Был йәһәттән Рәсәй Эске эштәр министрлығының оператив хеҙмәткәрҙәренең шик аҫтына Өфөләге коммерция ойошмаһы эләккән. Асыҡлауынса, был суррогат араҡыны етештереү өсөн спиртты Өфөнән һатып алғандар.

"Шик аҫтында булғандар өс техник спирт төрөнөң береһен – ”техник ингибитр” исеме аҫтында сығарылғанын, ул коррозияға ҡаршы составтарҙа ла ҡулланыла, Өфөлә урынлашҡан һәм рәсми рәүештә техник шыйыҡсалар, шул иҫәптән техник спирт һатыу менән шөғөлләнгән ойошманан һатып алған", – тип яҙа “МВД Медиа”.

Әлеге ваҡытта тәртип һаҡлау органдары Өфөләге коммерция ойошмаһының бындай хәүефле шыйыҡсаны һатыуға хоҡуҡи нигеҙе бармы-юҡмы икәнен тикшерә.

Фото: https://orenday.ru/news/101021013214

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: