Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Октябрь 2021, 21:30

Ҡурҡыныс видеоролик таратыусының кемлеге асыҡланған

Ул Өфө ҡалаһындағы мәктәптәрҙең береһендә уҡыған балаларға һәм педагогтарға янағайны...

Ҡурҡыныс видеоролик таратыусының кемлеге асыҡланған
Ҡурҡыныс видеоролик таратыусының кемлеге асыҡланған

Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә Өфө ҡалаһындағы мәктәптәрҙең береһендә уҡыған балаларға һәм педагогтарға янаған колумбайн-видеоролик сыҡты.

Уны таратҡан кеше ошо мәғариф учреждениеһына быйыл 14 октябрҙә киләм тип ҡурҡытҡан. Был факт буйынса шунда уҡ оператив саралар күрелде, һөҙөмтәлә хоҡуҡ һаҡсылары бер нисә сәғәт эсендә колумбайн-роликты таратҡан кешенең кемлеген һәм йәшәгән урынын асыҡлаған.

Ул - Өфөнән, 2009 йылғы үҫмер. Әле уҡыусы һәм уның ата-әсәһе менән хоҡуҡ һаҡсылары, психологтар эшләй. Үҫмерҙең аккаунты, шулай уҡ видеояҙма социаль селтәрҙә блокка индерелгән, уларҙы ҡарау мөмкин түгел.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы уҡыусыларҙың ата-әсәһенә мөрәжәғәт итеп, паникаға бирелмәҫкә, балаларының хәүефһеҙлеге өсөн тыныс булырға саҡырҙы. Ведомствонан белдереүҙәренсә, хәл контролдә тотола.

Йәнә шуныһы билдәле: колумбайн-роликты таратҡан үҫмерҙең ата-әсәһе административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Ошоға бәйле барлыҡ ата-әсәне балаларына ҡарата иғтибарлы булырға саҡыралар, уларҙың интернетта нимә менән шөғөлләнгәнен етди контролдә тотоуҙы һорайҙар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта илдә уҡыу йорттарына килеп ут асыу, иптәштәрен атып үлтереү осраҡтары булды. Шуға бәйле бындай роликтар ҙур паника тыуҙыра.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: