Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Октябрь 2021, 20:30

Йыл башынан ике йөҙгә яҡын кеше аҙашҡан

Бәләгә тарымаҫ өсөн бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.

Йыл башынан ике йөҙгә яҡын кеше аҙашҡан
Йыл башынан ике йөҙгә яҡын кеше аҙашҡан

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан республика урмандарында 177 кеше аҙашҡан. Былтыр ошо ваҡытҡа ҡарата был күрһәткес 292 булған.

Мәҫәлән, күптән түгел 112 системаһына Краснокама районы Иҫке Йәнйегет ауылы эргәһендәге урманда 70 йәшлек ирҙең юғалыуы тураһында хәбәр килә. Бәхеткә күрә, пенсионер табыла, уға медицина ярҙамы талап ителмәй.

Ошондай хәлдәргә тарымаҫ өсөн бер нисә кәңәш:

- аяҡ кейемегеҙ уңайлы, таймай торған табанлы, ныҡлы булһын. Баш кейеме алырға онотмағыҙ. Өҫтөгөҙгә сағыуыраҡ кейем һайлағыҙ, аҙашҡан осраҡта ҡотҡарыусыларға һеҙҙе эҙләп табыу еңелерәк буласаҡ;

- тәбиғәткә юлланғанда үҙегеҙ менән компас, бысаҡ, бер аҙ эсәр һыу һәм ризыҡ алығыҙ. Әгәр даими рәүештә дарыу ҡулланһағыҙ, был хаҡта ла алдан хәстәрлек күрегеҙ. Ашығыс хеҙмәттәрҙең телефон һандарын кеҫә телефонығыҙға яҙып ҡуйығыҙ;

- әгәр ҙә аҙашһағыҙ, паникаға бирелмәгеҙ. Тирә-йүнде иғтибар менән тыңлағыҙ – тауыштар, машина шауы, эттәр өрөүе ишетелмәйме. Әгәр ниндәй ҙә булһа тауыш бар икән, шул яҡҡа табан барығыҙ. Атлаған ыңғайы билдәләр ҡалдырығыҙ: ботаҡтарҙы һындырырға, таштарҙан уҡ яһап китергә, ҡыуаҡтарға сепрәк бәйләргә була. Мөмкин икән, ағас башына менеп тирә-йүнде байҡағыҙ. Бейектән йорттар, берәй юл күренеүе ихтимал, ул саҡта хәрәкәт йүнәлеше дөрөҫ билдәләнәсәк;

- әгәр ҡайһы яҡҡа барырға белмәһәгеҙ, шул урында ҡалығыҙ. Мөмкин тиклем нығыраҡ тауыш сығарырға тырышығыҙ. Мәҫәлән, таяҡ менән ағастарға һуғығыҙ, урманда шаңдау бик алыҫҡа тарала. Әгәр сығыу юлын таба алмаһағыҙ, ҡараңғы төшмәҫ элек йоҡлар урын хәстәрләгеҙ, ул ҡалҡыу, ҡоро ер йәки ҙур ағас булһын.

Фото: m.ok.ru

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: