Хәүефһеҙлек
13 Октября 2021, 10:30

63 йәшлек ҡатын тотолған

Полиция хеҙмәткәрҙәре уны нимәлә ғәйепләй? Уға нисә йыл төрмә янай?

Добавить в предпочтительные источники Google
63 йәшлек ҡатын тотолған63 йәшлек ҡатын тотолған
63 йәшлек ҡатын тотолған

Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 63 йәшлек ҡатынды ялған медицина белешмәһе менән һатыу итеүҙә ғәйепләйҙәр. Был хаҡта Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Уның 2019 йылдан 2021 йылдың апреленә тиклем ялған медицина белешмәләре әҙерләүе асыҡланған.  Үҙенең хеҙмәте өсөн ҡатын 50 һумдан ике мең һумға тиклем аҡса алған.

Пенсионер бындай енәйәткә финанс ауырлыҡтары арҡаһында барыуын таныған. Уның фатирынан белешмәләр һәм башҡа документтар әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән техника, мисәт, клише алынған. Өҫтәүенә медицина тикшереүе үтеү тураһындағы әҙер белешмәләр ҙә табылған.

Хәҙерге ваҡытта ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, уның 16 ялған документ әҙерләү осрағына ҡатнашлығы иҫбатланған. Пенсионерҙы ике йылға мәжбүри эшкә йәлеп итеүҙәре йәиһә ике йылға иркенән мәхрүм итеүҙәре мөмкин.

Фото: Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова