Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Октябрь 2021, 23:00

Игорь Комаров ниҙәргә иғтибарҙы көсәйтергә саҡырҙы?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров округ кәңәшмәһендә ҡатнашты.

Игорь Комаров ниҙәргә иғтибарҙы көсәйтергә саҡырҙы?
Игорь Комаров ниҙәргә иғтибарҙы көсәйтергә саҡырҙы?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктәрҙең юғары вазифалы кешеләре менән округ кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе.

Кәңәшмәлә уҙған һайлау йомғаҡтарын, шулай уҡ коронавирусҡа бәйле хәлде тикшерҙеләр.

Сараны асып, Игорь Комаров, Рәсәй Дәүләт Думаһына, шулай уҡ төбәк һәм муниципаль власть органдарына һайлау юғары конкурентлы, легитим һәм асыҡтан-асыҡ үтте, етди етешһеҙлектәр булманы, тип билдәләне. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә 6,3 мең мандат һәм һайлана торған вазифа биләнде.

Округ буйынса дөйөм алғанда, һайлауҙа 12,6 миллион кеше ҡатнашты. Халыҡтың сараға килеү кимәле 55,9 процент тәшкил итте. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда 2189 823 кеше тауыш бирҙе. Һайлауҙа ҡатнашыу кимәле 72,79 процент тәшкил итте.

Коронавирус таралыуға килгәндә, Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле төп иғтибарҙы ауырыуҙың таралыуына кәртә ҡуйыу йәһәтенән төбәктәр күрергә тейешле сараларға йүнәлтте.

– Иң йоғонтоло ысул – 80 процент кимәленә етеп, коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн халыҡты вакцинациялауҙы әүҙемләштереү, шулай уҡ кешеләргә прививка яһауҙың ыңғай яҡтарын, эҙемтәләрен, уның тәьҫиренең оҙаҡҡа етеүен аңлатыу эшен көсәйтеү. Өҫтәүенә төбәктәрҙә вакцинаға ҡытлыҡ юҡ, – тине Игорь Комаров.

Мәҫәлән, Башҡортостан үҙебеҙҙә етештерелгән 1891848 доза вакцина алды. 13 октябргә ҡарата тәүге компонентты 1354619 кеше һалдырған, вакцинацияны тулыһынса 1228785 кеше тамамлаған.

Игорь Комаров дауалау учреждениеларында санитария-эпидемиологик талаптарҙы ҡәтғи үтәүгә, атап әйткәндә, коронавирус менән ауырығандарҙы һәм башҡа вирус менән сирләгәндәрҙе айырыу зарурлығына иғтибарҙы йүнәлтте. Ғәмәлгә индерелгән сикләү сараларының үтәлешенә, койка фондына сифатлы идара итеүгә контролде тәьмин итеү ҙә бик мөһим.

Кәңәшмә аҙағында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле төбәк башлыҡтарына хәлде даими күҙәтергә, кәрәк була ҡалһа, кисекмәҫтән ҡәтғи саралар күрергә тәҡдим итте.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146684.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146684.html

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: