Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Октябрь 2021, 21:00

“Нисек үлмәй ҡалғандарҙыр?.."

Машина уртаға бүленгән, светофор ауған... Ҡот осҡос авария...

“Нисек үлмәй ҡалғандарҙыр?.."
“Нисек үлмәй ҡалғандарҙыр?.."

Бөгөн таң менән Өфөлә бик ҡурҡыныс авария теркәлде. Сәғәт етенсе киткәндә Владивосток урамында 10-сы полиция бүлексәһе ҡаршыһында автомобиль светофор бағанаһына килеп бәрелгән.

Бик ныҡ төкөгән, бәрелеш башлыса пассажир ултырған яҡҡа тура килгән. Шаһиттар белдереүенсә, машина юғары тиҙлектә килгән. “Тойота Камри” рулендә 24 йәшлек егет ултырған. Әгәр машина ҡиммәтле, ныҡлы булмаһа, моғайын, бындай бәрелештән һуң кешеләр иҫән ҡалмаҫ ине. Салонда водитель һәм йәш ҡыҙ ултырған. Тәүҙәрәк пассажир ҡатын һәләк булған тигән мәғлүмәт бар ине, һуңғараҡ уның иҫән, әммә үтә ауыр хәлдә икәне асыҡланды.

Водителгә килгәндә, уның хәле лә ауыр тип баһалана. Егеттең ҡанындағы алкоголгә медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡаны билдәле.

Автомобиль ысынлап та икегә бүленгән. Авария урынында светофор ауған, тәгәрмәстәре юл буйлап тәгәрәп ятҡан. Уның емереклектәре тотош юлға һибелгән. Ошо сәбәпле иртәнсәк юлдың был участкаһы ябылды һәм ҙур тығындар барлыҡҡа килде.

"Нисек үлмәй ҡалғандарҙыр, ғәжәп. Машина уртаға бүленгән, светофор ауған. Ҡот осҡос авария", - тип яҙа кешеләр социаль селтәрҙәрҙә.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, машинала тағы бер пассажир егет ултырған. Ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алған ауыр йәрәхәттәрҙән һәләк булған. 

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: