Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Октябрь 2021, 17:35

Транспортта рейд дауам итә

Тикшереүселәр әйтеүенсә, ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарҙың күпселеге санитария талабын үтәй.

Транспортта рейд дауам итә
Транспортта рейд дауам итә

Өфөләге Октябрь проспектында йәмәғәт транспортында пассажирҙар һәм уларҙы ташыусылар тарафынан Башҡортостан Башлығының коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы Указының үтәлешен тикшереү буйынса сираттағы рейд үтте.

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, төбәк Башлығының Контроль идаралығы, Өфө хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығы, “Роспотребнадзор”ҙың, “Ространснадзор”ҙың Башҡортостан идаралыҡтары, ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре бер нисә тиҫтә автобусты һәм маршрут таксийын тикшерҙе.

Бындай рейдтарҙың төп маҡсаты – коронавирус таралыуын иҫкәртеү, пассажирҙарҙың, линияла эшләгән водителдәрҙең һәм кондукторҙарҙың именлеген тәьмин итеү. Төп иғтибар аңлатыу эшенә йүнәлтелә, тәртип боҙоусыларға ҡарата административ сара күрелә.

Мәғлүм булыуынса, ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән өсөн граждандарға беренсе тапҡыр бер меңдән өс мең һумға тиклем, икенсе тапҡыр 15-30 мең һум штраф һалына. Рейд барышында Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре барлыҡ етешһеҙлектәрҙе фотоға һәм видеоға теркәй, мәғлүмәт судҡа тапшырыла. Ул ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы ҡарар сығара.

Тикшереүселәр әйтеүенсә, ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарҙың күпселеге санитария талабын үтәй, йәмәғәт транспорты водителдәре, кондукторҙары шәхси һаҡлыҡ саралары менән тәьмин ителгән, транспортта иҫкәртеүсе мәғлүмәттәр бар.

2020 йылдың 20 апреленән 2021 йылдың 14 октябренә тиклем 307 тикшереү ойошторолған, шуларҙың 104-е – юл комплексы объектында, 191-е – транспорт комплексында.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 152 административ протокол төҙөлгән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы пассажирҙарҙы щәхси һаҡлыҡ сараларын файҙаланырға, үҙҙәрен һәм эргәләге кешеләрҙе хәүефкә дусар итмәҫкә саҡыра.

Фото: transport.bashkortostan.ru/presscenter/news/401823/

Сығанаҡ: https://transport.bashkortostan.ru/presscenter/

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: