Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Октябрь 2021, 16:35

Вакцинация тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙеләр

13 октябрҙән республикала граждандарҙың айырым категориялары өсөн мотлаҡ вакцинациялау ғәмәлгә индерелде.

Вакцинация тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙеләр
Вакцинация тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙеләр

Мәғлүм булыуынса, 13 октябрҙән республикала граждандарҙың айырым категориялары өсөн мотлаҡ вакцинациялау ғәмәлгә индерелде. Башҡортостандың Баш санитария табибы ҡул ҡуйған ҡарарҙа хеҙмәткәрҙәре вакцина яһатырға тейешле ойошмалар исемлеге билдәләнә.

Республикаға идара итеү үҙәге БЮТ телеканалында ойошторған брифингта “Роспотребнадзор” башлығы Анна Казак әйтеүенсә, эш биреүсе вакцинация графигын үҙаллы төҙөргә тейеш. Прививканың тәүге компонентын быйыл 18 ноябргә тиклем яһатырға, вакцинацияны 18 декабргә тиклем тамамларға кәрәк.

Бындай ҡарар бөтә милек формаһындағы ойошмаларға ла ҡағыла. Вакцина яһатҡан хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм проценты 80 процент кимәлендә булырға тейеш, тип билдәләне баш санитария табибы.

18 декабрҙән һуң “Роспотребнадзор” ҡарарҙың үтәлешенә контроллек итә башлай һәм талап үтәлмәгән осраҡта, хеҙмәткәрҙәре вакцина яһатмаған эш биреүселәргә ҡарата, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына ярашлы, административ сара күрелә, штраф һалыныуы ихтимал.

“Эш биреүселәр 18 декабрҙән һуң прививка һалдырмаған хеҙмәткәрҙәрҙе хеҙмәт хаҡы түләмәйенсә эштән ситләтергә хоҡуҡлы. Кодексҡа ярашлы, вакцинациянан баш тартҡан өсөн граждандарға 15-40 мең һум, ойошмаларға 150 мең һумға тиклем штраф һалыныуы йәки ойошманың эшмәкәрлеге 90 тәүлеккә тиклем туҡтатылыуы ихтимал”, – тине Анна Казак.

“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре предприятиеларҙан һәм ойошмаларҙан вакцинациялау тәртибе тураһында мәғлүмәт алып, документтың үтәлешенә контроллек итәсәк. Төбәктә коронавирусҡа бәйле хәлдең киҫкенләшеүе, халыҡтың санитария-эпидемиологик именлегенә хәүеф янауы арҡаһында ошондай сара күрелә.

“Һуңғы ике аҙнала вакцинация темпы түбәнәйҙе, ә сирлеләр һаны артты. Бындай шарттарҙа дәүләт органдары ошондай документ булдырырға мәжбүр булды”, – тине баш санитария табибы. “Бындай талаптар граждандарҙың конституцион хоҡуғын боҙмаймы?” тигән һорауға ведомство етәксеһе: “Конституция шул иҫәптән бөтә дәүләтте һаҡлай һәм яҡлай”, – тип яуапланы.

“Пандемия хәүефе янағанда дәүләт нормалары бүтәнсәрәк, әлбиттә. Хәҙер халыҡтың санитария именлеген һаҡлау мөһим. Әле күләмле сикләү сараларын ғәмәлгә индереү мөмкинлеген биргән закондар көсөнә инә”, – тине Анна Казак.

Мотлаҡ вакцинациялау буйынса башҡа һорауҙарға яуаптарҙы БЮТ телеканалының социаль селтәрҙәге брифинг яҙмаһында (https://vk.com/wall-27097047_272173)  табырға мөмкин.

Фото: fg24.ru

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: