

Республикаға идара итеү үҙәге юлдағы һәләкәттәр һәм уларҙы иҫкәртеү саралары тураһында яҙҙы.
"11 октябрҙә Күмертау – Ермолаев юлында “Opel Astra” водителе автомобилгә идара итә алмай, юлдан сыға һәм ағасҡа барып бәрелә. Һөҙөмтәлә өс кеше зыян күрә.
15 октябргә ҡарай төндә Дүртөйлө – Нефтекама юлында “Renault Logan” мышыны бәрә, автомобиль канауға оса. Ике кеше һәләк була.
Ике һәләкәт тә тәүлектең ҡараңғы ваҡытында теркәлде. Көҙ яҡты көндәр ҡыҫҡара, ә ҡараңғыла йоҡо килә башлай. Өҫтәүенә юл йүнләп күренмәй. Унда ниндәй генә хәлдәр теркәлмәҫ: көҙ, ҡыш автомобилдең ватылыуы, бәләкәй генә авария йәки трассанан сығыуҙың фажиғәгә килтереүе ихтимал.
Бөгөн миҙгел араһында һәм ҡыш оҙон юлға нисек әҙерләнеү кәрәклеге хаҡында һөйләшәсәкбеҙ. Ябай нәмәнән башларға кәрәк – багажниктан артыҡ әйберҙәрҙе алыу фарыз. Машинала һалҡын ваҡытта трассала тәбиғәттең көйһөҙ ваҡытының үтеүен йәки ярҙамды көтөү өсөн йылы кейем кәрәк. Автомобилдә, аптечканан тыш, көрәк булыуы ла ҡамасауламаҫ. Ниңә тиһегеҙме? Ошо хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгенең тура эфирында Башҡортостандың Һәләкәттәрҙән ҡотҡарыу хеҙмәте етәксеһе Владимир Темашев һөйләй.
Фото: видеонан скриншот.