Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Октябрь 2021, 20:00

Өфөлә студенттар ятағында - янғын

200 самаһы студентты эвакуациялағандар. Ут сығыуҙың сәбәбе ниҙә?

Өфөлә студенттар ятағында - янғын
Өфөлә студенттар ятағында - янғын

Бөгөн, 18 октябрҙә, баш ҡаланың Революция урамында янғын сыға. Йөҙләгән йәш кеше һәм ете янғын һүндереү машинаһы тороуын күргән кешеләр ҡурҡыуға ҡала. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, янғын студенттар ятағындағы бүлмәләрҙең береһендә сыҡҡан.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан дәүләт аграр университетының 5-се ятағындағы алтынсы ҡатта урынлашҡан бүлмәлә янғын сыға. Һөҙөмтәлә махсус хеҙмәттәр биш квадрат метр майҙанда сыҡҡан утты һүндерә.

Шул саҡта ятаҡта булған 200 самаһы кешене эвакуациялағандар. Бер кем дә зыян күрмәгән, һәләк булғандар юҡ. Бүлмәләге мөлкәт кенә уттан юҡҡа сыҡҡан.

Янғындың яҡынса сәбәбе – яныусан материалдарға электр йылытҡысынан ут тоҡаныу.  

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: