Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Октябрь 2021, 11:30

Мәктәптә йәнә атыш

12 йәшлек бала мылтыҡ тотоп мәктәпкә барған...

Мәктәптә йәнә атыш
Мәктәптә йәнә атыш

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта илдә ошоноң ише хәбәрҙәр артты. Был юлы ла ҡурҡыныс инцидент Пермь крайында булған. Крайҙың Сарс тип аталған ҡасабаһындағы мәктәпкә уҡыусыларҙың береһе “Сайга” мылтығы тотоп килгән һәм ике тапҡыр атҡан. Бәхеткә яһауҙар стенаға һәм түбәгә тейгән, балалар зыян күрмәгән. Ут асҡан малайға 12 йәш.

“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, баланы мәктәп директоры ҡоралһыҙландырған. Директор ҡатын малай менән һөйләшеп, мылтығын ташлатҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уның класташы менән низағы булған. Әле хоҡуҡ һаҡсылары үҫмерҙең ҡайҙан мылтыҡ табыуын тикшерә.

Атыш ваҡытында мәктәптә 300 бала һәм 30 уҡытыусы булған. Улар бөтәһе лә бинанан үҙаллы сыҡҡан. Бөгөн дәрестәр булмаясаҡ.

Йәнә Пермь тип әйтеүебеҙ шунан, 20 сентябрҙә генә был ҡалала студент егет университетҡа инеп ут асты һәм алты кешене үлтерҙе, 28-е йәрәхәтләнде. Илебеҙҙә ошондай осраҡтар артты. Төҙәтеп булмаҫлыҡ хаталар яһалмаһын өсөн ата-әсәләргә балаларына ҡарата иғтибарлы булырға, уларҙы дөрөҫ тәрбиәләргә кәрәк. 

Фото: m.tvzvezda.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: