Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Октябрь 2021, 11:15

Әбйәлилдә ете һыйырҙы атып алғандар...

“Хәҙҽр шулай булыр индҽ, ит ҡиммәтләнде бит, ауыл халҡынан бушлай тигәндәй алып өйрәндҽләр..."

Әбйәлилдә ете һыйырҙы атып алғандар...
Әбйәлилдә ете һыйырҙы атып алғандар...

Көҙ етеү менән мал-тыуар юғалыу осрағы йышая. Мәғлүм булыуынса, Әбйәлил районының Тупаҡ ауылы янында ете һыйырҙы атып, боттарын ғына айырып алып киткәндәр. Ошо хаҡта "Бәйләнештә" социаль селтәрендә мәғлүмәт баҫылды.

Был тарафтарҙа мал юғалыуы йыш күренеш. Мәҫәлән, Дәүләт ауылынан Вәсилә Искәнйәрова яҙыуынса, 29 сентябрҙә уларҙың алты баш малы юғалған, берәүһе генә ҡайтып ингән, эҙләмәгән ерҙәре ҡалмаған. Ошондай уҡ хәл тураһында Илүзә Килдейәрова ла яҙа: “Беҙҙең дә ике баш юғалды, бурҙар тотолған тип ишетһәгеҙ, яҙығыҙ”, – ти ул. Шулай уҡ Илсиә Солтанова: “Беҙҙең ауылда ла башмаҡтар юғала, инде дүрт баш юҡ булды!” – тип хәлдәре менән уртаҡлаша.

Әлбиттә, был яңылыҡ халыҡта ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. “Кешенең күҙ төбәп торған малына нисек ҡулдары баралыр. Ғибрәт, Хоҙайҙан ҡурҡыу тигән нәмә юҡ”, “Хоҙай Тәғәлә күрә, малдың күҙ йәше төшөр, һуң булыр”, “Аллам һаҡлаһын,тамаҡтарына арҡыры торһон, ҡулдары сереһен”, “Ҡәбәхәттәрҙе тапһындар ине”, “Хәҙҽр шулай булыр индҽ, ит ҡыйбатайҙы бит, ауыл халҡынан бушлай тигәндәй алып өйрәндҽләр” тигән фекерҙәр бар.

Константин Николаев: ”Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам, көндөҙ малды көтөп, төнгөлөккә алып ҡайтып бикләһәгеҙ, ә баҫыуға ҡыумаһағыҙ, улай булмаҫ ине”, – тип белдергән. Был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бар, әлбиттә. Әммә Әбйәлилдә ауыл уртаһында йәшәгән кешеләрҙең дә төндә атын, һыйырҙарын кәртәһенән алып сығып киткән осраҡтар булғыланы. Тимәк, ҡараҡтарға барыбер, шуға ла уларҙы ҡулға алмайынса, мал юғалыуҙан туҡтамаясаҡ. 

Фото: https://vk.com/askarovskie?z=photo-54044308_457281603%2Falbum-54044308_00%2Frev

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: