Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Октябрь 2021, 19:45

Яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә

Башҡортостан Башлығы юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә
Яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Указдың яңы редакцияһына ярашлы, 25 октябрҙән 18 йәштән өлкәнерәк кешеләр ваҡлап сауҙа итеү баҙарҙарына (ауыл хужалығы һәм махсус аҙыҡ-түлек баҙарҙарынан тыш) ковидҡа ҡаршы вакцина яһатыу тураһындағы сертификат йәки алты ай эсендә коронавирус менән сирләү тураһындағы белешмә ҡағыҙы булыу шарты менән генә индерелә.

1 декабрҙән шифахана-курорт ойошмаларына, профилакторийҙарға, пансионаттарға һәм ял йорттарына урынлашҡанда ла ошондай уҡ документтарҙы күрһәтергә кәрәк.

Шул уҡ ваҡытта элегерәк индерелгән сикләүҙәр ҙә ғәмәлдә ҡала. Тейешле сертификат һәм белешмә ҡағыҙынан тыш, граждандар вәкәләтле кешеләрҙең талабы буйынса паспортын йәки шәхесте раҫлаған башҡа документын тәҡдим итергә тейеш.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башҡа профилле ведомстволар менән берлектә ҡурсаланыу тәртибендәге кешеләргә ярҙам итеү буйынса координация үҙәге эшен ҡайтанан ойоштора һәм уларға бушлай социаль хеҙмәт күрһәтә.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146946.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146946.html 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: