Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Октябрь 2021, 22:30

Оператив штаб ниндәй ҡарарға килде?

Ултырышта 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем эшкә йөрөмәү мәсьәләһе ҡаралды.

Оператив штаб ниндәй ҡарарға килде?
Оператив штаб ниндәй ҡарарға килде?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк биләмәһендә коронавирус таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Унда ковидҡа ҡаршы вакцинацияны әүҙемләштереү һәм 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем эшкә йөрөмәү мәсьәләһе ҡаралды.

– Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин ил Хөкүмәте ағзалары менән кәңәшмәлә 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем эшләмәй тороу башланғысын хупланы, – тине Радий Хәбиров һәм Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл тураһында фекер алышырға тәҡдим итте.

Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, республикала ковидҡа бәйле хәл ҡатмарлы, ләкин тотороҡло. Вакцинация темпы әкренләп арта, был йәһәттән Башҡортостан илдә тәүге биш төбәк иҫәбенә инә. Уҙған тәүлектә прививканы 36886 кеше яһатҡан, шуларҙың 22561-е – беренсе компонентты. Дөйөм алғанда, тәүгеһен 1479634 кеше һалдырған, вакцинацияны тулыһынса 1274766 граждан тамамлаған.

20 октябргә ҡарата республикала коронавирус менән сирләгәндәрҙең дөйөм һаны – 78805. Һуңғы тәүлектә 668 ауырыу асыҡланған.

Оператив штаб ултырышында шулай уҡ вакцина яһатмаған граждандар өсөн сикләү сараларының үтәлеше тикшерелде. Улар төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың указы менән ғәмәлгә индерелгәйне.

"Республикала 145 вакцинация пункты эшен дауам итә. Күсмә пункттар Өфөлә “Торатау” конгресс-холында, “Башҡортостан” лайфстайл-үҙәгендә, “Планета”, “Карусель” сауҙа үҙәктәрендә асылған, – тине Максим Забелин. – 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем эшләмәү – бик мөһим һәм ваҡытлы ҡарар. Был сирҙе йоҡтороу сылбырын өҙөргә, медицина ойошмаларына коронавирусҡа ҡаршы көрәш өсөн өҫтәмә көс-ҡеүәт һәм ресурс тупларға булышлыҡ итәсәк".

21 октябрҙән 65 йәштән өлкәндәргә адреслы ярҙамды көсәйтеү өсөн социаль хеҙмәткәрҙәр уларҙың өйҙәренә барып хәл белешәсәк.

Штаб эше йомғаҡтары буйынса, 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклемге осорҙан тыш, республикала эшкә йөрөмәү йәһәтенән өҫтәмә көндәр билдәләмәҫкә ҡарар ителде.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146997.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146997.html

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: