Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Октябрь 2021, 16:00

Көньяҡ автовокзалда рейд булды

Вакцина яһатҡан кешеләр ҙә автовокзалда һәм транспортта мотлаҡ битлек кейергә тейеш.

Көньяҡ автовокзалда рейд булды
Көньяҡ автовокзалда рейд булды

Башҡортостанда коронавирус таралыу хәүефенә бәйле ғәмәлгә индерелгән сикләүҙәрҙең үтәлешен тикшереү буйынса рейдтар дауам итә. Ошо көндәрҙә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре баш ҡаланың Көньяҡ автовокзалында яңы ҡағиҙәләрҙе үтәү буйынса эште тикшерҙе.

Төбәк Башлығының юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указына ярашлы, 12 октябрҙән пассажирҙар ташыуға яңы талаптар ҡуйылды. Ковидҡа ҡаршы вакцина яһатыу тураһында сертификаты, алты ай эсендә коронавирус менән сирләү, ПЦР алымы менән яһалған лаборатор тикшереүҙең кире һөҙөмтәһе тураһындағы белешмә ҡағыҙы булған пассажирҙарға ғына ҡала-ара автобус рейстарына, шулай уҡ “Орлан” ҡала яны поезына билеттар һатыла.

“Пассажирҙар ПЦР алымы менән яһалған лаборатор тикшереүҙең кире һөҙөмтәһе тураһындағы белешмә ҡағыҙы менән 27 октябргә тиклем генә юл йөрөй ала. Автовокзал хеҙмәткәрҙәре вакцинация үтеү тураһындағы QR-кодтарҙы уҡыу программалары менән тәьмин ителгән”, – тине Көньяҡ автовокзал һәм подразделениелар начальнигы Алһыу Тимашенко.

Шул уҡ ваҡытта пассажирҙың документтары ике тапҡыр тикшерелә – билет алғанда һәм автобусҡа йәки поезға ултырыр алдынан. Яңы сикләү саралары ғәмәлгә инеүгә бер аҙна самаһы ваҡыт үтте. Пассажирҙарҙың күпселеге уларға күнегеп тә бөткән. Башҡа төбәктәрҙән килгәндәр һәм төпкөл ауылдарҙа йәшәгән өлкәндәр өсөн генә документ күрһәтеүҙе талап итеү көтөлмәгән хәлгә әүерелә.

“Вакцина яһатҡан кешеләр ҙә автовокзалда һәм транспортта мотлаҡ битлек кейергә тейеш, сөнки улар оҙаҡ ваҡыт сикле киңлектә бара. Битлек кейеү тәртибенең үтәлешен дә тикшерәбеҙ. Көн һайын бөтә автобустар һәм ҡала яны поездары санитария йәһәтенән эшкәртелә. Автовокзалдарҙа ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләй. Улар тән температураһын үлсәй һәм битлек кейеү-кеймәүҙе тикшерә”, – тине Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының транспорт өлкәһендә контроль секторы мөдире Максим Имаев.

Фото: https://transport.bashkortostan.ru/presscenter/news/403137/

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: