Хәүефһеҙлек
21 Октябрь 2021, 15:45

Биш уҡыу йортонда эвакуация булған

Уҡыусыларҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең ғүмеренә хәүеф янамаһын өсөн...

Биш уҡыу йортонда эвакуация булғанБиш уҡыу йортонда эвакуация булған
Биш уҡыу йортонда эвакуация булған

Өфөлә мәктәп уҡыусыларын һәм хеҙмәткәрҙәрен эвакуацияларға мәжбүр булғандар.

Уҡыу биналарына бөтә ашығыс хеҙмәттәр йәлеп ителгән, тип хәбәр итә "Башинформ". Атап әйткәндә, 155-се лицейҙан, 159-сы уҡыу үҙәгенән һәм 37-се, 126-сы, 137-се мәктәптәрҙән уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы һәм барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе тиҙ арала сығарырға мәжбүр булғандар. Сәбәбе - был биналарҙа билдәһеҙ, сәйер предметтар барлығы хаҡында хәбәр таратылған. Эске эштәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте һәм башҡалар тикшереү үткәргән.

Фото: "Башинформ".

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас