Хәүефһеҙлек
21 Октябрь 2021, 10:00

Боксер айыуҙы еңгән!

Әле боксер Медведев ауыр хәлдә. Бер иптәше урында һәләк булған... 

Боксер айыуҙы еңгән!Боксер айыуҙы еңгән!
Боксер айыуҙы еңгән!

Ошо көндәрҙә Төмән өлкәһендә булған хәл күптәрҙе тетрәндерҙе. 23 йәшлек егет бәләкәй генә бысаҡ менән айыуҙы үлтерә алған.

Хәл өлкәнең Уват районында булған. Егет ике иптәше менән балыҡтан ҡайтып килгән. Ҡапыл уларҙың ҡаршыһына айыу килеп сыҡҡан һәм кешеләргә һөжүм иткән. Тәүҙә ул 48 йәшлек иргә ташлана, ул йәрәхәттәрҙән урында һәләк була. Икенсе булып Ильяға һөжүм итә.

Әйткәндәй, Илья Медведев – боксер. Ярһыған хайуан егетте арҡаһына йығып һала. Таһыллы һәм көслө егет юғалып ҡалмай, ҡулындағы бысаҡ менән айыуға сәнсә башлай. Был саҡта йәнлек егеттең башын һәм аяҡ-ҡулдарын ныҡлы йәрәхәтләп өлгөргән була. Нисек кенә булмаһын, боксер айыуҙы үлтерә.

Өсөнсө балыҡсы - 41 йәшлек ир зыян күрмәгән. Ул ауыр йәрәхәтләнгән Медведевты кәмәгә һалып дауаханаға алып бара. Табиптар шунда уҡ егеткә ярҙам күрһәтә. Әле Илья ауыр хәлдә реанимацияла ята.

Егеттең бокс буйынса спорт мастеры булыуы билдәле, Рәсәйҙә ҙур федераль турнирҙарҙа ҡатнашҡан.

Фото: news.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас