

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының Нефтекама район-ара тәфтиш бүлеге тарафынан дауахана терапевтарының береһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
39 йәшлек табип Рәсәй Енәйәт кодексының 290-сы статьяһының 3-сө өлөшөндә ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә (ришүәт алыу).
Тикшереү версияһы буйынса, 2021 йылдың июнь айынан июлгә тиклемге осорҙа ғәйепләнеүсе матурлыҡ салоны директорынан аралашсы аша хеҙмәткәрҙәренең вакцина яһатыуы һәм ялған мәғлүмәттәрҙе берҙәм системаға индереүе тураһында ялған медицина документы әҙерләгәне өсөн 33 мең һум аҡса ала. Ришүәт алыу факты Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының Краснокама бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан асыҡланған. Әле тәфтишселәр енәйәткә бәйле бөтә хәлде тикшерә.
Фото: BashNews