

Шишмә районының Ҡаран-Йылға ауылында сыҡҡан янғын тотош ғаиләне йорт-ерһеҙ ҡалдырған. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Барыһы ла бала-сағаның шуҡлығы арҡаһында. Балалар йорттарҙан алыҫ булмаған ерҙә һалам яндыра. Уттың ялы-ҡойроғо юҡ, ул тиҙ арала йәйелеп тә китә. Көтмәгәндә йорттарҙың береһенә ут тоҡана.
Был мәлдә өй эсендә ата-әсә менән бер бала була. Янғын башланыуын белдереп, ут сығыуын хәбәр иткән прибор телгә килә. Бәхеткә күрә, утта вафат булғандар, йәрәхәтләнгәндәр юҡ. Балаларҙың аңһыҙлығы, контролһеҙлеге арҡаһында ҡыш алдында йортһоҙ ҡалған ғаиләнең хәле генә ҙур борсолоу тыуҙыра.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.