

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә законһыҙ алкоголь әйләнешенә ҡаршы көрәш барышы тураһында яҙҙы.
“2021 йылдың туғыҙ айында Башҡортостанда законһыҙ әйләнештән 14 мең литрҙан ашыу алкоголь тауары тартып алынған. Беҙҙең ялған алкоголь менән көрәшебеҙ үҙенең һөҙөмтәләрен күрһәтә.
2021 йылдың тәүге ярты йыллығында иҫерек хәлдә башҡарылған енәйәттәр һаны төбәктә 6,3 процентҡа кәмене. Алкоголь менән ағыуланғандар һаны ла өстән бер тапҡырға аҙайҙы, 2020 йыл йомғаҡтары буйынса – 73 кешегә (2019 йыл кимәленә ҡарата 70,2 процентҡа).
Минеңсә, был өлкәлә сәйәсәт комплекслы һәм тотороҡло булырға тейеш, бер йүнәлеш буйынса ла темпты кәметергә ярамай”, – тип яҙҙы республика Башлығы.
Фото: https://vk.com/radiyhabirov