Хәүефһеҙлек
22 Октябрь 2021, 05:00

Инвалид бала дәрестә имгәнгән

Умыртҡа һөйәге зыян күргән аутист бала менән нимә булған һуң?

Инвалид бала дәрестә имгәнгәнИнвалид бала дәрестә имгәнгән
Инвалид бала дәрестә имгәнгән

Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы махсус коррекция мәктәбендә инвалид бала менән булған үтә күңелһеҙ хәл тураһында билдәле булды. Һигеҙ йәшлек аутист малай быйыл беренсе класҡа барған. 12 октябрҙә ул музыка дәресендә булған, был саҡта уның янында уҡытыусы һәм тағы өс бала булған.

Был махсус учреждениела ишектәр бик ауыр, был балалар уны үҙаллы асып сыға алмаһын өсөн шулай эшләнгән. “Ниндәйҙер сәбәп буйынса ишек асыҡ булған һәм бала кабинеттан сыҡҡан. Ә бер ни тиклем ваҡыт үткәс уны аңһыҙ килеш беренсе ҡатта тапҡандар. Дәрес икенсе ҡатта булған. Малайҙың ҡулы һәм янбаш һөйәктәре һынған, уға операция яһағандар”, – тип "Изгелек йәйғоры" ирекмәндәре хәбәр итә.

Билдәләнеүенсә, баланың умыртҡа һөйәгенә лә зыян килгән һәм ул кәмендә ике ай урынынан тора алмаясаҡ. Әйткәндәй, мәктәпкә ашығыс ярҙам да саҡырмағандар, ә әсәһенә шылтыратҡандар, ул балаһын үҙе дауаханаға алып барған. Имгәнгән баланың ата-әсәһе полицияға ғариза яҙған, әммә уҡытыусы ғәйепте баланың әсәһенә таҡҡан, имеш ул баланы ныҡлап ҡарарға кәрәк тип әйтергә тейеш булған.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығында был хәлде тикшереү өсөн комиссия булдырылған.

Шулай уҡ Тәфтиш комитеты ла был хәлде тикшерә башлаған. Һуңғараҡ баланың баҫҡыстан түгел, ә икенсе ҡаттағы тәҙрәнән ҡолап төшөүе асыҡланған.

Фото: Башинформ. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас