Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Октябрь 2021, 22:30

"ЛизаАлерт"ҡа ярҙам итәйек!

Республика ғаиләләренә яҡындарын бушлай эҙләшкән миһырбанлыларға үҙебеҙ ҙә булышлыҡ ҡылайыҡ! Шарттары - яҙмала.

"ЛизаАлерт"ҡа ярҙам итәйек!
"ЛизаАлерт"ҡа ярҙам итәйек!

Рәсәйҙә #Беҙбергә премияһы – "Рәсәй ирекмәне" Бөтә Рәсәй конкурсынан ҡалған мираҫ – дауам итә. Был халыҡ-ара премия үҙ-ара ярҙам итешеү мәҙәниәтен үҫтереү, социаль үҙгәрештәр, башланғыстар лидерҙарына булышлыҡ йөҙөнән үткәрелә. Маҡсаты кешеләргә ярҙам, тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Беҙҙең төбәктән "Башҡортостан Республикаһында "ЛизаАлерт" мәктәбе" проекты менән Ксения Букреева финалға сыҡты. Ирекмәндәрҙән торған "ЛизаАлерт" эҙләү-ҡотҡарыу отряды юғалған кешеләрҙе эҙләү, ҡотҡарыу менән бушлай шөғөлләнә. Эшмәкәрлектәренең тағы бер йүнәлеше – балаларҙың тәбиғәттә, ҡалала юғалыу осраҡтарын иҫкәртеү.

Ресурстар наҡыҫ булғанға күрә, лекциялар башлыса Өфөлә һәм башҡа ҙур ҡалаларҙа үткәрелә. Ә бындай мөһим мәғлүмәтте республиканың һәр район-ауылында йәшәгән балалар белергә тейеш. Премияны алыу отряд вәкилдәренә Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә балалар менән хәүефһеҙлеккә бәйле саралар үткәрергә ярҙам итер ине. Был турала күберәк кеше белгән һайын, фажиғәләр ҙә әҙерәк буласаҡ. Инструкторҙар өйрәткән файҙалы мәғлүмәт балаларҙы бәләләрҙән аралар, хатта ҡайһы осраҡта ғүмерҙәрен ҡотҡарырға булышлыҡ итере асыҡ.

Әле еңеүсене билдәләү өсөн халыҡ тауыш биреүе бара. Республиканың һәр вәкиленең ҡатнашыуы һорала. Тауыш бирер өсөн бер нисә минут ваҡыт та етә. Бының өсөн:
https://dobro.ru/project/10023817 һылтанмаһы буйынса инергә;
– "тауыш бирергә" төймәһенә баҫырға;
– социаль селтәрҙә йәки башҡа уңайлы юл менән теркәлергә;
– үҙең тураһында белешмә;
– "проекттар" тигән юлға беҙҙең финалсыны – Ксения Букрееваны яҙырға;
– "табырға" тигән төймәгә баҫып, тауыш бирергә.

Әйҙәгеҙ, көн һайын ғаиләләргә яҡындарын эҙләшергә көсөн һалған миһырбанлыларға беҙ ҙә ярҙам итәйек!

Фото: "Башинформ".

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: